+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был ниндәй көн икән?
17 Ноябрь 2022, 09:43

Салауат Юлаев һәйкәленә - 55 йыл

1967 йылдың 17 ноябрендә Өфөлә башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаев һәйкәлен асыу тантанаһы була. 

Шунан бирле республикабыҙ халҡының ғына түгел, ситтән килгән ҡунаҡтарҙың да  яратҡан урыны ул. Салауат Юлаев һәйкәлен Төнъяҡ Осетия скульпторы Сосланбек Тавасиев ижад иткән. Бейеклеге - 9,8 метр, ауырлығы - 40 тонна. 

Салауат Юлаев, сабып килеп, Ағиҙелдең бейек ярына килеп туҡтаған һыбайлы булараҡ һынландырылған. Сосланбек Тавасиев 1941 йылда милли батырыбыҙ тураһында ишетә һәм уның тураһында мәғлүмәттәр йыйып, һәйкәл буйынса эш башлай. 30 йылға яҡын ижад итә ул. Һөҙөмтәлә халҡыбыҙҙың көслө рухын, батырлығын сағылдырған һоҡланғыс образ килеп сыға. Салауат Юлаев һәйкәле республикабыҙҙың йөҙөк ҡашына әйләнә. 

Иғтибарығыҙға Салауат Юлаев һәйкәлен асыу тантанаһынан видеояҙма тәҡдим итәбеҙ.

Фото асыҡ сығанаҡтан.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: