+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был ниндәй көн икән?
21 Ноябрь 2022, 10:50

Бөгөн - Бөтә донъя сәләмләү көнө

Сәләм биргән - мең сауаплы, тиҙәр. Шуға ла Бөтә донъя сәләмләү көнөндә генә түгел, көн һайын бер-беребеҙҙе ихлас сәләмләйек, дуҫтар. 

Бөгөн - Бөтә донъя сәләмләү көнө
Бөгөн - Бөтә донъя сәләмләү көнө

Сәләм биреү кәрәклеге тураһында изге Ҡөрьәндә яҙылған. “Әс-сәләм” һүҙенең ғәрәп теленән тәржемәһе – “Тыныслыҡ, именлек, һаулыҡ”, был һүҙ Аллаһы Тәғәләнең 99 исеменең береһе икән (“Тыныслыҡ һәм именлек бүләк итеүсе”). Кешене сәләмләп, беҙ уға һаулыҡ, именлек теләйбеҙ, тимәк, сауап та алабыҙ. “Сәләм” һүҙе сәләмәтлек һүҙенә оҡшаған, ә “Һаумыһығыҙ” һаулыҡ һүҙенән алынған.
 Бөтә донъя сәләмләү көнө сәләмләшеү бер ябай ғына ғәҙәт булмаһын, ә беҙҙе уратып алған мөхиткә ҡарата изге һәм йылы мөнәсәбәтебеҙҙе лә сағылдырһын өсөн иҫкәртеү булараҡ билдәләнәлер, тием. Кешеләрҙе генә түгел, ауыл, урман, йылға-тауҙарҙы ла сәләмләү сауаплы, сөнки улар ҙа йәнле. Шуға ябай итеп түгел, ә ихласыраҡ, бар күңелеңде һалып сәләмләшеү кәрәктер. Бер хәҙистә лә әйтелә бит: кешегә ни теләһәң, фәрештәләр ҙә Аллаһтан һиңә шуны һорар. Кемдер берәү аша сәләм ебәрһә, еңел-елпе түгел, ә рәхмәтле булып ҡыуанып ҡабул итергә кәрәк.

Был көндөң тарихына күҙ һалғанда, ағалы-ҡустылы ике американ, бөтә илдә тыныслыҡ һәм дуҫлыҡ булыуын теләп, уйлап сығарған.
Изге маҡсатлы был көнгә беҙ ҙә ихлас ҡушылайыҡ, бер-беребеҙҙе сәләмләп, изге теләктәребеҙҙе еткерәйек.

Сығанаҡ: moradimgazeta

Фото: images

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: