+14 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был ниндәй көн икән?
21 Ғинуар 2023, 09:20

Бөгөн – Халыҡ-ара ҡосаҡлашыу көнө!

Был үҙенсәлекле байрамды тәүге тапҡыр 1986 йылда АҠШ-та билдәләйҙәр. Тора-бара бөтә донъяға таралған.

Бөгөн  – Халыҡ-ара ҡосаҡлашыу көнө!
Бөгөн – Халыҡ-ара ҡосаҡлашыу көнө!

Байрам йолаларына килгәндә, был көн дуҫлыҡ ҡосағына хатта ят кешене лә алырға була. Психологтар билдәләүенсә, һеҙҙе ҡосаҡларға ынтылған кеше ниндәйҙер күңел йылыһы алырға теләй. Уйлап ҡараһаң, беҙ яҡындарыбыҙҙы, дуҫтарыбыҙ һәм туғандарыбыҙҙы күрешкәндә, оҙатҡанда үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән ҡосаҡлап алабыҙ. Ниңә айырылышыуҙы көтөргә? Әйҙәгеҙ, бөгөн рәхәтләнеп ҡосаҡлашайыҡ! Байрам менән!

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: