-4 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был ниндәй көн икән?
25 Ғинуар 2023, 11:35

Бөгөн – Студенттар көнө!

1755 йылдың 25 ғинуарында – Изге Татьяна көнөндә батшабикә Елизавета Петровна тарафынан илебеҙҙең беренсе ҙур уҡыу йорто – Мәскәү университетына нигеҙ һалына. Ошо көндән башлап студенттар уны үҙенең байрамы тип һанай, был көндө кисәләр, тантаналы саралар, күңел асыуҙар ойошторалар.

Бөгөн  – Студенттар көнө!
Бөгөн – Студенттар көнө!

2005 йылда байрам дәүләт кимәлендә рәсмиләштерелеп, Президент Владимир Путин 25 ғинуарҙы Рәсәй студенттары көнө итеп билдәләү Указына ҡул ҡуя.

Барлыҡ студенттарҙы ла матур байрамдары - Рәсәй студенттары көнө менән ихлас күңелдән тәбрикләйбеҙ! Уҡыуығыҙҙа уңыштар, бәхетле тормош теләйбеҙ. Алдығыҙға ҡуйған маҡсаттарығыҙға юлды ҡыйыу  ярығыҙ!

 

Фото: sites

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: