+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Был ниндәй көн икән?
12 Февраль 2023, 05:30

Бөгөн - "Йәншишмә" гәзитенең тыуған көнө!

93 йыл элек тап 12 февраль көндө гәзитебеҙҙең "Йәш төҙөүсе" исеме менән тәүге һаны донъя күрә.

Бөгөн - "Йәншишмә" гәзитенең тыуған көнө!Бөгөн - "Йәншишмә" гәзитенең тыуған көнө!
Бөгөн - "Йәншишмә" гәзитенең тыуған көнө!

Тыуған көнөң булһын мөбәрәк!

Әйтерһең дә, тарих төпкөлөнән

Тау-таш ярып аҡҡан саф шишмә.

Рухыбыҙға көс-ҡеүәттәр өҫтәр

Сихәтең бар һинең, "Йәншишмә"!

 

Ижад донъяһына алып инер

Тоғро дуҫы булдың күптәрҙең.

Хыялдағы өмөт-сатҡыларҙы

Йондоҙ итеп күккә күтәрҙең.

 

Кәңәшсе лә, серҙәш тә һин миңә

Һинең менән донъям түңәрәк.

Тынғы белмәй мәңге сылтырап аҡ,

Тыуған көнөң булһын мөбәрәк!

Юлиә ӘХМӘТЙӘНОВА.

Фото: bashinform.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас