+14 °С
Облачно
VKOKМакс
Был ниндәй көн икән?
21 Февраля 2023, 04:40

Бөгөн — Халыҡ-ара туған телдәр көнө!

21 февраль – һәр халыҡтың үҙ телен ҙурлау көнө. Халыҡтың халыҡ булып ҡалыуы, йәшәүе тел яҙмышы менән бәйле. Шуға күрә телде һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү бурысы һәр кемдең иңенә берҙәй тигеҙ һалынған.

Бөгөн  —  Халыҡ-ара туған телдәр көнө!Бөгөн  —  Халыҡ-ара туған телдәр көнө!
Бөгөн — Халыҡ-ара туған телдәр көнө!
Туған тел
Мин халҡымдың сәскә күңеленән
 
Бал ҡортондай ынйы йыямын,
 
Йыямын да  йәнле ынйыларҙан
 
Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын.
 
 
Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен:
 
Бер телдән дә телем кәм түгел-
 
Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,
 
Кәм күрер уны тик кәм күңел.
 
 
Халҡым теле миңә – хаҡлыҡ теле,
 
Унан башҡа минең илем юҡ;
 
Илен hөймәҫ кенә телен hөймәҫ,
 
Иле юҡтың ғына теле юҡ!
 
 
Әсәм теле миңә – сәсән теле,
 
Унан башҡа минең халҡым юҡ,
 
Йөрәгендә халҡы булмағандың
 
Кеше булырға ла хаҡы юҡ!
Рәми ҒАРИПОВ.
Фото: bashinform.ru

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас