+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Был ниндәй көн икән?
25 Февраль 2023, 08:55

Бөгөн - Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы көнө

25 февраль - Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы көнө. 

Бөгөн - Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы көнөБөгөн - Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы көнө
Бөгөн - Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы көнө

Дәүләт флагында зәңгәр, аҡ һәм йәшел төҫтәге горизонталь тигеҙ буйлы һыҙаттар, уртаһында һары түңәрәк эсендә һары төҫтәге ҡурай сәскәһе төшөрөлгән. Зәңгәр төҫ күк йөҙөн, ғәҙеллекте һәм уй-ниәттәренең сафлығын аңлата. Аҡ төҫ  республика халыҡтарының тыныслыҡты һәм татыулыҡты һөйөүен белдерә. Йәшел төҫ  азатлыҡ һәм тормоштоң мәңгелеген билдәләй. Ҡурай сәскәһе — дуҫлыҡ символы. Конкурс нигеҙендә рәссамдар Урал Мәсәлимов һәм Ольга Асабина тәҡдим иткән флаг һайлана.

БАШҠОРТОСТАН ФЛАГЫ
Башҡортостан флагында
Күк, аҡ, йәшел төҫ уйнай.
Зәңгәр күктә талпына ул,
Аҫыл ҡош ҡанатылай.

Күк төҫ – изгелек билдәһе,
Аҡ төҫ – именлек, сафлыҡ.
Йәшел – йәшәү мәңгелеге,
Татыулыҡ һәм азатлыҡ.


Ҡурай сәскәһенең тажы
Дуҫлыҡты һынландыра.
Гел татыу йәшәгән халыҡ
Ерҙә ныҡ баҫып тора.

Республикамдың флагы
Елберләп саңҡығандай:
“Имен, шат, бәхетле булып
Йәшәгеҙ бер туғандай!”
   Әлфиә ӘСӘҘУЛЛИНА.

Фото: yandex.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас