+17 °С
Облачно
VKOKTelegram
Был ниндәй көн икән?
5 Марта 2023, 10:26

Бөгөн - Халыҡ-ара балалар телевидениеһы һәм радиоһы көнө

Йыл һайын марттың тәүге йәкшәмбеһендә донъяла Балалар телевидениеһы һәм радиоһы көнө билдәләнә. 

Бөгөн - Халыҡ-ара балалар телевидениеһы һәм радиоһы көнөБөгөн - Халыҡ-ара балалар телевидениеһы һәм радиоһы көнө
Бөгөн - Халыҡ-ара балалар телевидениеһы һәм радиоһы көнө

СССР-ҙа балалар өсөн тәүге телетапшырыу 1939 йылда сыға. Ул "Яңы йыл менән" тип атала. Ә 1963 йылдың 18 ғинуары совет балалар телевидениеһының тыуған көнө булып иҫәпләнә. "Ералаш", "Әкиәттә ҡунаҡта", "Тыныс йоҡо, кескәйҙәр" кеүек тапшырыуҙарҙы ҡыҙҙар һәм малайҙар яратып ҡарай.

Республикабыҙҙың "Тамыр" телеканалы бик уңышлы эшләп килә. Күп кенә белем усаҡтарында мәктәп телевидениеһы бар. Радио һәм телевидение тапшырыуҙарында балалар үҙҙәренә ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләр тураһында һөйләй, яңылыҡтары менән уртаҡлаша. 

Үҙҙәрен ошо өлкәлә һынап ҡараған уҡыусыларҙы Халыҡ-ара телевидение һәм радио көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ!

Фото: yandex.

Бөгөн - Халыҡ-ара балалар телевидениеһы һәм радиоһы көнө
Бөгөн - Халыҡ-ара балалар телевидениеһы һәм радиоһы көнө
Бөгөн - Халыҡ-ара балалар телевидениеһы һәм радиоһы көнө
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас