

Әсәйемә
Сафуан Әлибай һүҙҙәре, Рим Хәсәнов көйө
Бәүелтеп йөрәгең түрендә
Ҡәҙерләп үҫтерҙең һин беҙҙе.
Һин бүләк иттең бит ғүмергә
Был ҡояш, был күкте, был ерҙе.
Ҡушымта:
Һин беҙ тип, һин беҙ тип йәшәйһең
Әсәйем, әсәйем.
Гел һиңә йылы һүҙ һөйләйем,
Әсәйем, әсәйем
Һин наҙлап йылыңды өләштең,
Һоҡландың, беҙ үҫеп буй еткәс.
Талпынып оҙатып ҡалғанда,
Күҙҙәрең сыланды беҙ киткәс.