+23 °С
Ясно
VKOKМакс
Был ниндәй көн икән?
9 Марта 2023, 11:30

Бөгөн - Рим Хәсәновтың тыуған көнө

Танылған композитор, бик күп популяр йырҙар яҙған Рим Хәсәнов 1947 йылдың 9 мартында Благовар районы Языков ауылында тыуған.  

Бөгөн - Рим Хәсәновтың тыуған көнөБөгөн - Рим Хәсәновтың тыуған көнө
Бөгөн - Рим Хәсәновтың тыуған көнө

 6 йәшендә атаһының скрипкаһында уйнарға өйрәнә. Аҙаҡтан гитара, торба, балалайка, баянды үҙләштерә. Мәктәптә уҡығанда концерттар унһыҙ үтмәй. 

Өфө сәнғәт училищеһын, Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының музыка бүлеген етәкләгән осроҙа 30-ҙан артыҡ спектаклгә көй яҙа. Рим Хәсәнов, эстрада йырҙарынан тыш, симфоник әҫәрҙәр ҙә ижад итә. Композитор фильмдарға ла йырҙар яҙа ("Алтын атлы һыбайлы"). 

Рим Хәсәнов - Ғәлимов Сәләм исемендәге премия лауреаты, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. 2017 йылда уға "Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы" тигән маҡтаулы исем бирелә.

2022 йылда юбилейы айҡанлы Рим Хәсәновҡа Салауат Юлаев ордены тапшырылды.

Фото: yandex.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас