

Былтыр ул 90 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Тиҙҙән ҡурсаҡ театрында төҙөкләндереү эштәре тамамланыр, танымай ҙа торорбоҙ әле.
Тәүге тапҡыр 1932 йылда Өфө дәүләт сәнғәт һарайының Бәләкәй залында (хәҙерге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры) «Шалҡан» әкиәте ҡуйыла. Беренсе директор һәм режиссёр Мария Елгаштина була. Өс ай буйы спектаклдәр урыҫ телендә генә бара. Ә йәйгә Мария Николаевна Башҡорт драма театрынан Ғәмбәрә Мансурованы ҡурсаҡ театрына йәлеп итә һәм ул башҡорт төркөмөн ойоштороп, етәксеһе була, башҡортса спектаклдәр ҡуйыла башлай.Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры әкиәттәрҙе генә түгел, яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен дә сәхнәләштерә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла эшмәкәрлеген туҡтатмай, хатта Карелия фронтына барып сығыш яһай.
Улар Рәсәй ҡалаларында, Германия, Польша, Швеция, Швейцарияла һәм Һиндостанда гастролдәрҙә була. 1988 йылда «Һинд легендаһы» өсөн Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры Джавахарлал Неру исемендәге халыҡ-ара премия менән бүләкләнә.
Әле спектаклдәр ваҡытлыса Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының Бәләкәй залында бара.
Фото: rg.ru.