+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен ҡотлайбыҙ!

Бөгөн Рәсәйҙә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Ошо өлкәлә эшләгән барлыҡ дуҫтарыбыҙҙы  ҡотлайбыҙ!  Өфө районы балалар баҡсаларының музыка етәкселәре ҡатнашлығында "Моңло аһәң" тигән бик матур сара үткән. Был турала беҙгә Гөлнара Темирова яҙып ебәрҙе. 

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен ҡотлайбыҙ!Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен ҡотлайбыҙ!
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен ҡотлайбыҙ!

Зубов ауылы Белем биреү үҙәгенең балалар баҡсаһы бүлегендә Өфө районы музыка етәкселәренең "Моңло аһәң" исемле фестивале үтте. Унда музыка етәкселәре үҙҙәренең сағыу сығыштарын күрһәтте. Улар араһында фортепианола, гармунда уйнаусы, йырлаусы, башҡорт һәм урыҫ халыҡ бейеүҙәрен башҡарыусы, йөрәк түренән сыҡҡан шиғри һүҙҙәрен еткереүселәр бар ине. Ҡунактарҙы балалар баҡсаһы тәрбиәләнеуселәре "Бала булып ҡалығыҙ" бейеүе менән ҡаршы алды. Артабан уларҙы инде матур, тылсымлы ике сәскә сәләмләне: Ҡурай һәм Алһыу сәскә. Фестиваль "Яҡшы ҡыҙҙар" бейеүе менән башланып китте. Бөтә музыка етәкселәре башҡарған һуңғы йыр күңелде йомшартты. Фестиваль бер тында үтте. Өфө районы мәғариф идаралығының мәктәпкәсә белем биреү бүлеге мөдире Гүзәл Хәниф ҡыҙы Мөхәмәтханова музыка етәкселәрен байрам менән ҡотлап, сараның бик матур тәьҫораттар ҡалдырыуын белдерҙе. Белем биреү үҙәге директоры урынбаҫары Светлана Әсвәт ҡыҙы Кәримова ла музыка етәкселәренә оло рәхмәтен әйтеп, артабанғы эштәрендә уңыштар теләне.

Гөлнара ТЕМИРОВА,

музыка етәксеһе.

Өфө районы,

Зубов ауылы.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас