Был ниндәй көн икән?
1 Апреля 2023, 04:10

Бөгөн – Халыҡ-ара көлкө көнө

1 апрель – Көлкө көнө. Күп илдәрҙә был көндә көлөү, шаярыу, дуҫтарса алдашыу көнөн билдәләп уҙғаралар. Уның барлыҡҡа килеүен бер кем дә теүәл генә әйтә алмай.

Бөгөн – Халыҡ-ара көлкө көнөБөгөн – Халыҡ-ара көлкө көнө
Бөгөн – Халыҡ-ара көлкө көнө

Ҡайһы берәүҙәр уның тарихы Боронғо Рим осорона уҡ барып тоташа, ти. Һиндостанда иһә, йола булараҡ, таҡмаҡтар байрамында күңел асҡандар. Элек 1 апрелдә ҡояштың яҙғы торғонлоғо байрам ителгән, ғәҙҙәттә, төрлө күңелле уйындар ойошторолған. Өсөнсө версияһы календарь алышыныуы менән бәйле. XVI быуатта Яңы йыл 1 апрелдә билдәләнгән. Ул ваҡытта ла йылды оҙатҡанда шау-гөр килеп күңел асҡандар. Беҙҙең илдә лә был көн шаяртыу, ҡыҙыҡ хәлдәр һәм күңелле уйындар менән үтә.

Һеҙҙе лә Көлкө көнө менән ҡотлайбыҙ, дуҫтар! Гел шаярып, йылмайып, көлөп кенә йәшәйек! Көлөү бит ғүмерҙе оҙонайта.

Фото: bashinform.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас