

Шул көндән алып, кеше ҡайҙа булыуына ҡармаҫтан, уның менән донъяның төрлө мөйөшөнән бәйләнешкә инеү мөмкинлеге барлыҡҡа килә. Әлеге көндә был ҡулайлама аралашыу өсөн генә түгел, ә төрлө функциялар үтәй: навигатор, фото, видео төшөрөү, калькулятор, электрон почта һәм башҡалар.
1999 йыл аҙағында төҫлө дисплей һәм полифония менән яңы телефон моделдәре барлыҡҡа килә башлай. Ә 2000 йылдар башында MP3 плеер, фото камераһы булғандары пәйҙә булды. Артабан тәүге сенсорлы смартфондар... Бөгөн инде балалар ҙа, өлкәндәр ҙә унһыҙ тормошон күҙ алдына ла килтерә алмай. Гаджеттар үҫеше артынан хатта ҡыуып та етеп булмай.
Фото: avatars.dzeninfra.ru