

Ошо тарихи датаға арнап Баймаҡтағы интернат-лицейҙың VI "Б" синыфында үҙенсәлекле синыф сәғәте үткән. Улар төрлө видеороликтар ҡарап, йыһан - серле донъя, ә космонавтар бөйөк һөнәр эйәһе икәненә тағы бер тапҡыр инанған. Шулай уҡ алтынсылар төрлө уйын формаһында йыһан серҙәре хаҡында үҙ белемдәрен дә тикшереп ҡараған.
Барыһына ла йөкмәткеле синыф сәғәте оҡшаған.
Сығанаҡ һәм фото: Фәнүзә Байғотлина.