

Ринат СӨЛӘЙМӘНОВ
УМЫРЗАЯ
Ер шарының ҡар-ҡабығын тишеп
Умырзая морон төрткәндә,
Яңы тормош башланыуын тоям,
Йылмайыуын күреп иркәмдең.
Яҙҙар менән тыуыр яңы хистәр,
Хистәр аша – яңы шиғырҙар.
Умырзая – тере шиғыр бит ул,
Елдәр уны һиңә шыбырҙар.
Умырзая – беҙҙең мөхәббәттең
Сафлығын күрһәтер гүзәллек.
Яҙ сәскәһе морон төрткән саҡта
Һайраған ҡош йәнде өҙөрлөк.
Зәкиә МӘЖИТОВА фотоһы.
Фото: vk.com