+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Был ниндәй көн икән?
22 Апрель 2023, 05:20

Бөгөн - Халыҡ-ара Ер көнө

22 апрелдә Халыҡ-ара Ер көнө билдәләнә. Был - таҙа ер, һыу, һауа байрамы.

Бөгөн - Халыҡ-ара Ер көнөБөгөн - Халыҡ-ара Ер көнө
Бөгөн - Халыҡ-ара Ер көнө

Иҫтәлекле датаның тарихы XIX быуатта йәшәгән Америка гражданы Джон Стерлинг Мортон исеменә бәйле. Ул бер ни үҫмәгән ҡола яланға ағас ултыртыу, тирә-яҡты йәшелләндереү эшен яйға һала.

Ер көнө рәсми рәүештә 1970 йылда иғлан ителә, акцияла 20 миллиондан ашыу кеше ҡатнаша. Ә 20 йылдан һуң был дата 141 илдә уҙғарыла.

Бөгөн экологтар Ер шарының сүп-сар, төрлө ҡалдыҡтан тонсоғоуын йәшермәй. Әгәр хәл ошолай дауам итһә, бер нисә тиҫтә йылдан эсәр һыу, йәшеллек юҡҡа сығыуы бар.

 

Сығанаҡ һәм фото: ejansura.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас