Бейеүсенең итәгенә
Алма биҙәге төшкән.
Бейеүсегә һүҙ әйтмәгеҙ,
Яңы бейергә төшкән.
Бейер ул, бейер ул,
Бейер өсөн килгән ул.
Уйнап-көлөп күңелдәрҙе
Асыр өсөн килгән ул.
Бөрйән районының Яңы Усман мәктәбенә 85 йыл тулыуға арналған концерттан.
Видео: