+22 °С
Дождь
VKOKМакс
Был ниндәй көн икән?
25 Апреля 2023, 06:35

Бөгөн — Халыҡ-ара ҡыҙҙар көнө

Һылыу ҡыҙҙарҙы, ҡыҙлы ғаиләләрҙе байрам менән тәбрик итәбеҙ.

Бөгөн — Халыҡ-ара ҡыҙҙар көнөБөгөн — Халыҡ-ара ҡыҙҙар көнө
Бөгөн — Халыҡ-ара ҡыҙҙар көнө

Ҡыҙ бала - өйгә биҙәк

Ҡыҙым минең — хас ҡошсоҡ,

Әйләнеп торған орсоҡ. 

Һис кенә түгел осоҡ, 

Иламай ҙа бер остоҡ. 

 

Ҡыҙым минең - һандуғас, 

Йылғыр ғына ҡарлуғас.

  Ҡара ҡашы ҡып-ҡыйғас, 

Осоп килә саҡырғас.

 

Ҡыҙым минең — ҡыҙ-ҡанат, 

Сутылдай ҡабат-ҡабат.

Яман күҙҙән ҡыҙғанам, 

Наҙлы ғынам, ҡыҙғынам.

Фәнил БҮЛӘКОВ.

Фото: bashkortostan102.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас