+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Был ниндәй көн икән?
25 Апрель 2023, 04:00

«Бейе, егет, бейе, егет…»

29 апрель йыл һайын Халыҡ-ара бейеү көнөн билдәләйбеҙ. Шул байрамға тиклем бейеүҙәрҙән торған видеолар ҡуйып, күңелдәрҙе күтәрәйек әле.

«Бейе, егет, бейе, егет…»«Бейе, егет, бейе, егет…»
«Бейе, егет, бейе, егет…»

Бейеүсенең итәгенә

Алма  биҙәге төшкән.

Бейеүсегә һүҙ әйтмәгеҙ,

Яңы бейергә төшкән.

 

Бейер ул, бейер ул,

Бейер өсөн килгән ул.

Уйнап-көлөп күңелдәрҙе

Асыр өсөн килгән ул.

 

Бейе, егет, бейе, егет,

Ситектәрең туҙмаһын.

Эшлә, егет, бейе, егет,

Ғүмерең әрәм уҙмаһын.

 

 

Сыңғыҙ һәм Ғимран Бохарбаевтар «Еҙ үксә» бейеүен башҡара.

Видео: https://www.youtube.com/watch?v=wDYSacMLRUo

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас