

Бейеүсенең итәгенә
Алма биҙәге төшкән.
Бейеүсегә һүҙ әйтмәгеҙ,
Яңы бейергә төшкән.
Бейер ул, бейер ул,
Бейер өсөн килгән ул.
Уйнап-көлөп күңелдәрҙе
Асыр өсөн килгән ул.
Бейе, егет, бейе, егет,
Ситектәрең туҙмаһын.
Эшлә, егет, бейе, егет,
Ғүмерең әрәм уҙмаһын.
Баҫ, баҫ, баҫ әле,
Һығылһын иҙәндәре.
Һеҙҙән матур бейегәнде
Юҡ әле күргәндәре.
Әбйәлил егеттәре Илмир (аҡ күлдәкә), Илһам (ҡыҙыл кейемдә), Фәйез (ҡара кейемдә) Үҙәнбаевтар «Бөрйән егеттәре»н башҡара. Бейеүҙең ҡуйыусыһы – Хәлил Ишбирҙин. Видеоның авторы – Фәнил Аҡназаров.
Видео: https://vk.com/video/@ilm1r89?z=video28805962_456239165%2Fpl_28805962_-2