+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Был ниндәй көн икән?
26 Апрель 2023, 08:00

Замана балаһы...

29 апрель йыл һайын Халыҡ-ара бейеү көнөн билдәләйбеҙ. Шул байрамға тиклем бейеүҙәрҙән торған видеолар ҡуйып, күңелдәрҙе күтәрәйек әле. Һеҙ ҙә бәләкәс Азиз һымаҡ көй ритмын тояһығыҙмы?

Замана балаһы...Замана балаһы...
Замана балаһы...

Ҡаҙағстандың Ҡандыағаш ҡалаһынан 6 йәшлек Азиз исемле малайҙы туйҙа бейегән саҡта төшөргәндәр. 100 миллионға яҡын кеше ҡараған уны. Инглиз, немец, чех, испан, грек, ғәрәп һәм башҡа бик күп телдәрҙә комментарийҙар ҡалдырғандар.

Азиз мәктәпкә быйыл көҙ бара. Ул бейеү түңәрәгенә йөрөмәй, сөнки йәшәгән ерендә ундай мөмкинлек юҡ. Хореограф менән шөғөлләнһә, унан шәп бейеүсе сығыр ине, тип иҫәпләйҙәр.

 

 

Видео: https://www.youtube.com/shorts/-fz5NxrjJtQ

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас