

Ә күренекле театр белгесе, тәнҡитсе Һөйөндөк Сәйетов 10 йыл элек баҫылып сыҡҡан «Фәйзи Ғәскәров. Тормошо һәм ижады» китап-альбомында был бейеүҙең беренсе солисы тураһында ошолай, ти: «Хазина Мағазова үҙенә генә хас таланты менән был бейеүгә хистәр сафлығы, ҡатын-ҡыҙ тыйнаҡлығы, лайыҡлы кешелек сифаттары һала...»
ГӨЛНӘЗИРӘ
Башҡорт халыҡ йыры
Күршебеҙгә ҡунаҡ килгән,
Инде ни хәл итәйек?
Туҡмаҡ ҡойроҡ, ҡара бәрәс
Һуйып, ҡунаҡ итәйек.
Ай, эйелмәй, бөгөлмәй,
Матур баҫа түгелме,
Матур баҫып бейегәндә,
Күңел аса түгелме,
Матур баҫып бейегәндә,
Күңел аса түгелме?
Һыуҙар аға арыҡтан,
Ҡыҙҙар ҡарай ярыҡтан,
Һикереп төшөп бейер инем,
Ояламын халыҡтан.
Ер еләге бешкән саҡта
Һайлап ашап булманы.
Яҙғы һабан туйҙарында
Ос(о)рашып булманы.