

Бөйөктәр бейеү тураһында
Беренсе башҡорт профессиональ бейеүсеһе, хореограф һәм балетмейстер Фәйзи Ғәскәров: «Иң тәүҙә һүҙ түгел, хәрәкәт булған!»
Рәшиҙә Туйсина: «Беҙҙең гастролдәр мәлендә «Заһиҙә» бейеүен юғары баһалайҙар ине. Швед гәзитендә: «Был бейеүҙә – ысын сафлыҡ. Бындай сәнғәт үҫешкән илдең ниндәй икәнлеген барып, күрге килә...»
Балет артисы, балетмейстер Рудольф Нуриев: «Бейеүсенең һығылмалылыҡ ярҙамында ижади эҙләнеүе актёрҙың бер үк тексты төрлөсә уҡығанда һүҙҙәргә башҡаса мәғәнә һалып, ҡабат-ҡабат эҙләнеүенә оҡшаш».
Яҙыусы Пауло Коэльо: «Бейегән саҡта һеҙ үҙегеҙ булып ҡалыуҙан кинәнә алаһығыҙ».
Француз бейеүсеһе, балетмейстер Морис Бежар: «Бейеү – ул матурлыҡҡа ирешеү, һәр мускулды тойоп, уны бәхеткә йүнәлтеү сараһы».
Билдәле хореограф Юрис Бауманис: «Хореографияны «эшләү» – һөнәр түгел, ә Хоҙай биргән оҫталыҡ, һәләт».
Америка актёры, бейеүсе Фред Астер: «Асыуҙан аяҡ типкәнсе, степ бейергә өйрәнеүең яҡшыраҡ».
Суфыйҙарҙың әйтеме: «Эшләгәндә Хоҙай Тәғәлә һине хөрмәт итә, ә бейегәндә ярата».
Фото: https://vk.com/tancuet_luche_takala?z=photo401547931_456242714%2Fphotos401547931