+3 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Радио көнө менән!

7 май - Радио һәм киң элемтә хеҙмәткәрҙәре көнө. Ошо айҡанлы барлыҡ радиоһөйөүселәрҙе байрам менән ҡотлайбыҙ! 90-сы йылдарҙа Башҡортостан радиоһы нисек йәшәне икән?

Радио көнө менән!
Радио көнө менән!

Элек "Башҡортостан эфиры" ("Эфир Башкортостана") тигән аҙналыҡ гәзит сыға торғайны. Унда аҙналыҡ программа һәм төрлө тапшырыуҙарға анонстар, реклама материалдары, һирәк-һаяҡ интервьюлар баҫылды. Сәләх Суҡбаев, Фуат Әминев, Йәркәй Яҡшыдәүләтов, Луиза Фәрхшатова кеүек радиожурналистарҙан анонстар яҙҙырып ала торғайныҡ. Ә телевидение тапшырыуҙары программаһын Эльвира Әсәҙуллина менән Флүрә Мурзина әҙерләп бирә торғайны ул саҡта.

"Эфир Башкортостана" гәзитендә сыҡҡан "Коллектив үҙ көсөнә ышана" тигән интервьюм һаҡланып ҡалған (редакцияла бер йылға яҡын эшләп алғайным). Унда 1990 йылда радионың нисек һулыш алыуы тураһында һүҙ бара. 

Тормошо радио менән бәйле булған барлыҡ дуҫтарыбыҙҙы бөгөнгө байрам менән ҡотлайбыҙ.

Автор фотоһы.

Радио көнө менән!
Радио көнө менән!
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас