

Музей экспонаттарға байыясаҡ. "Республикабыҙҙың билдәле яҙыусылары Флүр Ғәлимов, Фәнил Бүләков шәхси әйберҙәрен тапшыра. Шулай уҡ мәрхүм яҙыусылар Сабир Шәрипов, Дамир Шәрәфетдинов, Рамазан Ҡотошев, Ғәйнислам Ибраһимовтың әйберҙәрен хәләл ефеттәре Зәйтүнә Шәрипова, Римма Әхмәтйәнова, яҡындары Асия Тимербулатова, Гөлсәсәк Саламатова тапшырасаҡ. Әҙиптәр тормошондағы әһәмиәтле ваҡиғала ҡатнашырға саҡырабыҙ", - тип хәбәр итә музей хеҙмәткәрҙәре "Бәйләнештә" селтәрендә.
Сара Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында 19.15 - 20.30 сәғәттә үтә.
Адресы - Өфө ҡалаһы, Гоголь урамы, 28/1.