

Былтыр илебеҙҙә Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса «Беренселәр хәрәкәте» Бөтә Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәте барлыҡҡа килде. Тәүге ойоштороу йыйылышы 2022 йылдың 20 июлендә уҙҙы.
Башҡортостанда ла “Беренселәр хәрәкәте»нең беренсел ойошмалары күпләп ойошторола. Уларҙың 1 меңдән ашыуы мәктәптәрҙә булдырылған. «Беренселәр хәрәкәте»нең маҡсаты – балаларҙың буш ваҡытын файҙалы итеп ойоштороу, уларҙың һәләттәрен үҫтереү, тормошта үҙ юлдарын, үҙ билдәләнештәрен табырға мөмкинлектәр булдырыу.