Бөгөн — Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө

Шатлыҡ-ҡыуаныстарға тулы бала саҡтан да гүзәл мәл юҡ. Уны бәхетле итеү — һәр ғаиләнең, йәмғиәттең һәм дәүләттең бурысы. Балаларҙы һөйөүгә һәм хәстәргә сорнағыҙ, күңел йылығыҙҙы һәм иғтибарығыҙҙы йәлләмәгеҙ, яуызлыҡтан, насарлыҡтан һаҡлағыҙ.

Бөгөн  —  Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөБөгөн  —  Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө
Бөгөн — Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө

Шул ваҡытта беҙҙең балалар һау-сәләмәт, шат, уңышлы булыр, беҙҙең яҡты өмөттәрҙе аҡлар! Балаларға бөгөн күрһәтелгән хәстәр, иғтибар һәм һөйөү киләсәктә ата-әсәләргә, туғандарға, яҡындарға, тирә-яҡтағыларға һәм Ватаныбыҙға һөйөү булып әйләнеп ҡайтыр.
Ҡәҙерле һәм һөйөклө балалар! Һеҙҙе ҡайнар йөрәктән Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ! Һәр көнөгөҙ бәхетле булһын! Был көндө һәр йорт балалар йылмайыуына һәм шатлығына күмелһен! Барығыҙға ла бәхет, сәләмәтлек һәм ғаилә именлеге теләйбеҙ!

Фото: userapi.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас