

Билдәле булыуынса, уны 2015 йылда билдәләй башлайҙар. Был байрам, йәш булыуына ҡарамаҫтан, үҙенең һөйөүселәрен тиҙ таба.
Был датаның төп маҡсаты – әлбиттә, шатлыҡ килтереү, яҡшы кәйеф булдырыу һәм үҙеңде тәмле ашамлыҡ менән ҡыуандырыу. Йәй көндәре телеңде йоторлоҡ бөйөрөктәрҙән, бәлештәрҙән, емеш-еләктең татлы еҫенән тағы ла нимә яҡшыраҡ булыуы мөмкин? Өҫтәүенә, был байрам миҙгел уртаһында, ҡурай еләгенең һәр баҡсала өлгөргән сағында үткәрелә. Шунлыҡтан унда теләгән кеше ҡатнаша ала.
Һис шикһеҙ, был көндө үҙ ҡулдарың менән бешергән өйҙәге ҡурай еләге ҡайнатмаһы тултырылған бөйөрөк айырыуса ҡәҙерле. Ләкин был байрамға ҡушылырға теләгең бар икән, икмәкхананан һатып алһаң да була.
Боронғолар ҡурай еләге никахты нығытыуға һәм һаҡлауға булышлыҡ итә тип һанаған. Хатта уның япраҡтары йөклө ҡатындарҙы күҙҙән һаҡлай тигән фараз бар.
Был еләктең тәме һәм файҙалы сифаттары әле лә хөрмәт ителә. Мәҫәлән, уны һалҡын тейеүгә ҡаршы дауалау сараһы, иммунитетты күтәреү һәм ҡартайыуға ҡаршы көрәш өсөн ҡулланырға мөмкин. Ҡурай еләген төрлө ысулдар менән әҙерләйҙәр, шул иҫәптән ҡайнатмалар ҙа ҡайнаталар.
Байрам уңайынан бөгөн Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәрендә төрлө тематик конкурстар уҙғарыла, лекциялар, күргәҙмәләр һәм оҫталыҡ дәрестәре ойошторола.
Дуҫтар, ә һеҙ ҡурай еләген, уның ҡайнатмаһынан бешерелгән бөйөрөктәрҙе яратаһығыҙмы?