+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Шахмат уйнай беләһеңме?

Бөгөн – Халыҡ-ара шахмат көнө.

Шахмат уйнай беләһеңме?Шахмат уйнай беләһеңме?
Шахмат уйнай беләһеңме?

1924 йылдың 20 июлендә Халыҡ-ара шахмат федерацияһына (ФИДЕ, Federation Internationale des Echecs) нигеҙ һалына. Байрам ЮНЕСКО тарафынан 1966 йылдан алып тап ошо көндә билдәләнә башлай.

Был уйындың тарихы мең ярымдан ашыу йылдар тәшкил итә. Уны беҙҙең эраға тиклем V-VI быуатта Һиндостанда уйлап сығаралар. Тәүҙә танылған шахмат күренешенә эйә булған чатуранга уйыны барлыҡҡа килә. Тик шахматтан айырмалы рәүештә, унда бер үк ваҡытта 4 уйынсы ҡатнаша, ә хәрәкәттәр уйын һөйәктәрен ырғытыу менән бәйле. Партияла еңеү өсөн оппоненттарҙың бөтә фигураларын юҡ итергә кәрәк булған.

Уйын тәүҙә Испания, Сицилия, Италия, Англия һәм Франция илдәрен яулай, ә һуңынан бөтә Ер шарында киң билдәлелек ала. Күрше илдәргә таралыу менән чатуранга бер нисә үҙгәрештәргә дусар була. Көнсығышта ул - шатранж, Ҡытайҙа – сянци, Таиландта  макрук тип атала башлай. IX-X быуатта уйын Европала тарала. XIX быуатта  шахматтың классик ҡағиҙәләре формалаша.

Әйткәндәй, шахмат буйынса беренсе донъя чемпионаты 1886 йылда үткәрелә.

1-се фото

2-се фото

Шахмат уйнай беләһеңме?
Шахмат уйнай беләһеңме?
Автор:Лилиә Солтанова
Читайте нас