+28 °С
Болотло
VKOKМакс

26 июль - йомаҡтар көнө

Бөгөн йомаҡтар көнө билдәләнә икән. Башҡорт халыҡ ижадынан йомаҡтар тәҡдим итәбеҙ. Яуаптарын яҙығыҙ, дуҫтар. 1.Баш аҫтында - баллы ҡашыҡ.  2. Үлсәүҙә үлсәнмәҫ, баҙарҙа һатылмаҫ, унан татлы нәмә булмаҫ. 3. Төймә төйҙөм - баҙға һалдым. 4. Йүгеректән йүгерек ни йүгерек? 5. Ары һуҡтым, бире һуҡтым, һары башлы ҡыҙ таптым.  6. Һоҫоп алдым, урыны юҡ. 7. Һандығымды астым - байлығымды сәстем. 

26 июль - йомаҡтар көнө26 июль - йомаҡтар көнө
26 июль - йомаҡтар көнө

Был йомаҡтар Салауат Галиндың "Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады" (2004 йыл) китабынан алынды. 

Иртәгә йомаҡтарҙың дөрөҫ яуаптарын яҙырбыҙ.

Фото: mail.

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас