

Альпака – дөйә ғаиләһенә ҡараған йәнлек. Ул кешелеккә боронғо замандарҙан билдәле. Был йән эйәһе Көньяҡ Америка биләмәһендә тәүге тапҡыр барлыҡҡа килгән. Альпаканың тыуған ере – Анд тауҙары, Перу, Боливия һәм Чили. Бында уларҙы 2 мең йылдан ашыу элек ҡулға эйәләштерә башлайҙар.
Альпака тышҡы ҡиәфәте менән лама йәки гуанаконы хәтерләтә, ләкин ҙурлығы буйынса был ике йәнлек араһында ҡап уртала тора. Иң яҡын «туғандарынан» альпака ныҡ йөнтәҫ булыуы менән айырыла. Хайуандың уртаса буйы - 1 метр, ә ауырлығы яҡынса 70 килограмм тәшкил итә.
Әйткәндәй, уның йөнө донъяла иң ҡиммәтлеләрҙең береһе.
Видео: vk.com