+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Был ниндәй көн икән?
8 Август 2023, 07:00

Ташҡабағың күп булһа, күршеңә бир!

Уныһын былай ҙа беләбеҙ, тиһегеҙме? Ә бына Америкала шундай байрам бар, имеш. Ул 8 август, йәғни тап бөгөн билдәләнә. “Күршеңдең күтәрмәһенә бер нисә ташҡабаҡ һалып кит” тип атала тулыһынса.

Тимәк, ташҡабаҡ күплеге беҙҙең илдә йәшәүселәрҙе генә борсомай. Яҙын ултыртабыҙ ҙа, Аллаға шөкөр, йәйенә ҡутарылып уңа, ә күп ашап булмай. Күршеләрегеҙ ҙә һеҙҙең изгелегегеҙҙән туйып бөткән икән, әйҙәгеҙ, иң еңел рецепт буйынса уны ҡыҙҙырып ҡарайыҡ.

Йәшелсәбеҙҙе таҙартып, йоҡа кенә дүңгәләктәргә турап, орлоғон алабыҙ. Кляр, йәғни бутҡа эшләйбеҙ: йомортҡа, он, тоҙ, һөттө бергә болғатабыҙ. Тәмләткестәр ҡушыу – үҙегеҙҙең ҡарамаҡта. Хәҙер инде дүңгәләктәрҙе ошо бутҡаға манып, үҫемлек майында ҡыҙҙырырға ҡала. Йәш ташҡабаҡ, әлбиттә, тиҙерәк бешәсәк. Икенсе рецепт: уны ҡырғыстан үткәреп, һыуын һарҡытып, он, тоҙ, йомортҡа ҡушып, кәтлит кеүек әүәләп ҡыҙҙырырға була. Йәш хужабикәләр, Ташҡабаҡ көнөндә ошо ябай ғына ашамлыҡтар ғаилә ағзаларығыҙҙың күңеленә мотлаҡ хуш килер.

Лилиә МӘҮЛИТОВА.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас