

Мәҫәлән, Лев Толстойҙың “Ильяс” тигән хикәйәһе барлығын ҡайһыларығыҙ белмәйҙер ҙә әле.
Унда ябай ауыл ҡартының ҡарсығы менән нимәлә күңел тыныслығы табыуы хаҡында һөйләнелә. Яҙыусы башҡорт халҡын бик яратҡан. Белеүегеҙсә, ул беҙгә ҡымыҙ менән дауаланырға йөрөгән. Көнкүрешебеҙ, тарихыбыҙ менән ҡыҙыҡһынған, милли уйындарҙа ҡатнашҡан, хатта үҙ аҡсаһына бүләктәр алып, бәйгеләр ойошторған.
Башҡортостаныбыҙҙың тәбиғәте, көнкүреше, йәшәү шарттары, тарихы, мәҙәниәте йәнә Александр Пушкиндың, Сергей Аксаковтың, Глеб Успенскийҙың, Анатолий Рыбаковтың һәм башҡа бөйөк яҙыусыларҙың әҫәрҙәрендә сағыла.
Әйткәндәй, Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәте ошо уңайҙан барығыҙҙы ла Октябрь проспекты, 2-се йортта урынлашҡан магазинына 16 авгусҡа тиклем 20% ташлама менән китап алырға саҡыра. Шәп бит?!
Әйҙәгеҙ әле, комментарийға яратҡан китаптарыбыҙҙың фотоһын һалайыҡ!
Фото: cdn.culture.ru