+22 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Был ниндәй көн икән?
16 Август 2023, 05:06

16 август – Ҡурай еләгенән ҡайнатма көнө

Байрам Рәсәйҙә 2015 йылдан алып билдәләнә. Юҡҡа ғына уйлап сығармағандар уны – беҙҙең илдә был еләкте бик яраталар бит.

16 август – Ҡурай еләгенән ҡайнатма көнө16 август – Ҡурай еләгенән ҡайнатма көнө
16 август – Ҡурай еләгенән ҡайнатма көнө

Ҡайһы бер райондарҙа уны әберсә тиҙәр. Витаминдарға бай булғанға, һыуыҡ тейҙереүҙән яҡшы дауалау сараһы. Ҡышҡылыҡҡа ҡайнатмаһын әҙерләү ҡыйын түгел: шәкәр болғап, бер нисә сәғәткә ултыртып торорға, ҡайнап сыҡҡандан һуң һүрән утта 5 – 10 минуттай тоторға һәм банкаларға тултырырға. Бәлеш бешереүҙә, һөтлө коктейль, кеҫәл эшләүҙә лә киң ҡулланыла ҡурай еләге.

Фото: yandex.ru.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас