+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Был ниндәй көн икән?
21 Август 2023, 11:00

21 август – Шифалы үләндәр йыйыу көнө

Ә һеҙ ҡышҡылыҡҡа файҙалы үләндәр йыйып ҡалдығыҙмы? Моғайын, йәй буйы тау-яландарҙан буш ҡайтмағанһығыҙҙыр.

21 август – Шифалы үләндәр йыйыу көнө21 август – Шифалы үләндәр йыйыу көнө
21 август – Шифалы үләндәр йыйыу көнө

Август айына инде үҫемлектәр бар шифаһын үҙендә туплап өлгөрә. Уларҙы сәй итеп әҙерләргә лә, аҙыҡ-түлеккә өҫтәмә тәм биреү өсөн дә ҡулланырға була. Ҡайһылары менән хатта өй төтәҫләйҙәр.

Әлбиттә, дарыу үләндәрен дөрөҫ итеп йыя белеү мөһим. Ағыулыларын айырырға өйрәнергә кәрәк. Киптереү, һаҡлау, ҡулланыу ҙа иғтибарлылыҡ талап итә. Күптәре менән ауырлы һәм имеҙгән ҡатындарҙы, өс йәшкә тиклемге балаларҙы дауаларға ярамай. 

Фото: moradim.ru.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас