+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был ниндәй көн икән?
22 Август 2023, 13:00

22 август – Рәсәй Федерацияһының Дәүләт флагы көнө

Флаг өлгөһөн батша Петр I үҙе төшөргән, ул горизонталь һыҙаттарҙың тәртибен билдәләгән. Был 1705 йылда булған. Ә 1994 йылдың 20 авгусында ул саҡтағы президентыбыҙ Борис Ельцин “Рәсәй Федерацияһының Дәүләт флагы көнө тураһында” указын раҫлай. Уға ярашлы, байрам йыл һайын 22 августа үткәрелә.

22 август – Рәсәй Федерацияһының Дәүләт флагы көнө
22 август – Рәсәй Федерацияһының Дәүләт флагы көнө

Рәсәй Федерацияһының дәүләт символикаларының береһе булған триколор горизонталь буйҙарҙан торған тура мөйөшлө туҡыманан ғибәрәт. Төҫтәре ошолай аңлатыла: аҡ төҫ – тыныслыҡ, таҙалыҡ, намыҫ һәм камиллыҡты, күк – тоғролоҡ һәм тотороҡлоҡто, ҡыҙыл төҫ –көс һәм ҡеүәтте, Ватан өсөн ҡойолған ҡанды сағылдыра.

Фото: yandex.ru.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: