

22 – 24 сантиметрлыҡ формаға 6 йомортҡа, 180 грамм шәкәр, шул уҡ миҡдарҙа он алына. Мейесегеҙҙе 180 градусҡа йылытырға ҡуйғас, йомортҡаларҙы бейек һауытта туғый башлайбыҙ. Ул ап-аҡ булып күперергә тейеш. Ондо 2 – 3 тапҡыр иләктән үткәреп алһағыҙ, бисквитығыҙ бейек булып бешәсәк, шуға ваҡытығыҙҙы йәлләмәгеҙ. Уны ипләп кенә ҡушып болғатабыҙ. Әҙер массаны табаға ҡойоп, мейескә ярты сәғәткә оҙатырға ҡалды. Биҙәү – үҙегеҙҙең ихтыярығыҙҙа.
Фото: yandex.ru.