+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Был ниндәй көн икән?
24 Август 2023, 12:00

24 август – Плутонды планета статусынан мәхрүм иткән көн

Ҡояш системаһында 9 планета бар, тип өйрәнә инек ҡасандыр. Әммә 2006 йылдың 24 авгусында астрономдар Плутонды был исемлектән алып ташланы. Ул хәҙер кәрлә планеталар араһында иң ҙуры иҫәпләнә. Ни өсөн Плутон ғәҙәти планета булыуҙан туҡтаны һуң?

24 август – Плутонды планета статусынан мәхрүм иткән көн24 август – Плутонды планета статусынан мәхрүм иткән көн
24 август – Плутонды планета статусынан мәхрүм иткән көн

Халыҡ-ара астрономия союзы был күк есеменә ошондай талаптар ҡуйған:

  1. Объект Ҡояш тирәләй орбита буйынса әйләнергә тейеш.
  2. Ул үҙенең гравитация көсө менән сфера формаһын тәьмин итеү өсөн етерлек массала булырға тейеш.
  3. Ул башҡа объекттың юлдашы булырға тейеш түгел.
  4. Ул үҙенең орбитаһы тирәһендәге арауыҡты башҡа объекттарҙан таҙартырға тейеш.

Плутон дүртенсе пункт буйынса үтә алмаған.

Был есем бик күп сер һаҡлай. Плутон, Ҡояштан ныҡ алыҫта урынлашҡанға күрә, Ер менән сағыштырғанда мең ярым тапҡырға кәмерәк яҡтылыҡ һәм йылылыҡ ала. Уның өҫтөндәге температура уртаса -230 градус тәшкил итә. Бындай һыуыҡта Плутондағы тупраҡ туңған һәм хәрәкәтһеҙ булырға тейеш. Әммә ғалимдар унда хәрәкәт итеүсе боҙлоҡтар, йөҙөүсе боҙ  тауҙары, гигант туңған азот диңгеҙе булыуы тураһында мәғлүмәтте дөрөҫ тип иҫәпләй.

Фото: yandex.ruyandex.ru/images.

24 август – Плутонды планета статусынан мәхрүм иткән көн
24 август – Плутонды планета статусынан мәхрүм иткән көн
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас