

Ҡояш ҡаплана, ерҙе ҡараңғылыҡ баҫа. Ҡайнар төтөн 33 километрға тиклем күтәрелә. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, төрлө емереклектәр һәм саң ҡатламы уртаса 9 метр була, ҡайҙалыр байтаҡҡа күберәк тә. Әлбиттә, алдан ер тетрәүе халыҡты йорттарын ташлап китергә мәжбүр итә, шулай ҙа күп кеше, ниңәлер, ҡалырға хәл иткән була.
Везувий бынан һуң тағы бер нисә тапҡыр урғыла, һәр береһендә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡорбандар күп иҫәпләнә.
Фото: yandex.ru.