+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Был ниндәй көн икән?
25 Август 2023, 10:00

Телескоп уйлап табылған көн

1609 йылдың 25 авгусында итальян астрономы Галилео Галилей үҙе уйлап тапҡан ҡоролма – телескопты беренсе тапҡыр Венеция республикаһының Ҙур Советына һәм башлығына күрһәтә.

Телескоп уйлап табылған көнТелескоп уйлап табылған көн
Телескоп уйлап табылған көн

Тәүге торба өс тапҡыр ҙурайтып күрһәткән. Шул уҡ йылда Галилей ярты метр оҙонлоҡтағы һигеҙ тапҡыр ҙурайтыусы телескоп төҙөй. Һуңыраҡ 32 тапҡырға ҙурайтыу мөмкинлеге биргән ҡоролма эшләй. Уның ярҙамында Галилей байтаҡ фәнни асыштар һәм астрономик күҙәтеүҙәр яһай.

Фото: vk.com.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас