

Яратҡан ҡамырығыҙҙы әҙерләгеҙ. Был юлы беҙ һеҙгә магазиндың ҡатлы ҡамырын алырға тәҡдим итәбеҙ. Уны дүртмөйөштәргә ҡырҡабыҙ. Тәүге яртыһына бер ҡалаҡтай һөйәге алынған сейәне һалабыҙ, өҫтөнә шәкәр ҡомо һибәбеҙ. Икенсе яртыһын бысаҡ менән ҡырҡҡыслайбыҙ, уның менән әлеге ярты ҡамырҙы ҡаплайбыҙ һәм яҡшылап баҫҡылайбыҙ — йәбешһен. Йомортҡа һарыһын һөртһәгеҙ, матур булып ялтырап торасаҡ, уныһын инде уңған хужабикәләр белә. Ҡатламаны мейестә 190 градус эҫелә 25 минуттай бешерәбеҙ.
Фото: womanadvice.ru.