

Уны Республика халыҡ ижады үҙәгенең "Селтәр" башҡорт кейеме халыҡ студияһы етәксеһе Фатима Хәйретдинова 21-се лицейҙың III синыф уҡыусылары өсөн үткәрҙе. Балаларға XVIII-XIX быуат башҡорт ҡатын-ҡыҙының кейемдәре һәм биҙәүестәре күрһәтелде. Өсөнсөләр селтәр, һаҡал, яға, муйынса, хәситә, иҙеү, сәсмәүер, ҡашмау, сигелгән янсыҡ, алъяпҡыс, шулай уҡ малайҙар һәм ҡыҙҙар өсөн көндәлек кейемдәр менән танышты, уларҙы тотоп, хатта кейеп ҡаранылар.
Фатима Хәйретдинова башҡорт бейеүен бейеп, йырлап, ҡумыҙҙа уйнап та күрһәтте. Балалар менән уйын да ойошторҙо.
Фото: rcntrb.