+22 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Был ниндәй көн икән?
7 Сентябрь 2023, 08:09

Милли кейем көнөнә әҙерһегеҙме?

8 сентябрь - Башҡортостан халыҡтарының Милли кейем көнө.

Милли кейем көнөнә әҙерһегеҙме?Милли кейем көнөнә әҙерһегеҙме?
Милли кейем көнөнә әҙерһегеҙме?

Был байрам республикабыҙҙа Радий Хәбировтың ҡарары буйынса йылына ике тапҡыр - апрелдең өсөнсө һәм сентябрҙең икенсе йомаһында үткәрелә. 2020 йылдан башлап ойошторолған Милли кейем көнөн хәҙер һәр милләт вәкиле көтөп ала. Һәр кем туған халҡының тарихына тағы бер күҙ һалып, милләт асылын сағылдырған кейемдәрҙе кейеп, биҙәүестәрҙе тағып балалар баҡсаһына, белем усағына, эшкә бара. Халыҡтарҙың милли мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуйған сараның әһәмиәте ҙур. 

Республикабыҙҙа Милли кейем көнөнә ҡарата күп саралар, оҫталыҡ дәрестәре, күргәҙмәләр ойоштороласаҡ.

Фото: yandex.

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас