

Өфөләге «Ҡашҡаҙан» мәҙәниәт һәм ял паркында республика халыҡтарының традицион кейемдәренә арналған сағыу программа тәҡдим ителә. 15.00 сәғәттә балалар һәм өлкәндәр өсөн сәйләндән, кейеҙҙән, күндән, керамиканан, ҡағыҙҙан һәм башҡа материалдарҙан кейем-һалым һәм биҙәүестәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре башлана.
Әбйәлил районынан тарихи костюм һәм йорт йыһаздарын һаҡлаусылар ҡатын-ҡыҙ түшелдеректәре экспозицияһын тәҡдим итәсәк, боронғо башҡорт күлдәген нисек дөрөҫ кейергә өйрәтәсәк. Фонтан алдындағы майҙанда 15:00 сәғәттә төрлө халыҡ бейеүе буйынса оҫталыҡ дәрестәре буласаҡ.
Тарихи костюм, шулай уҡ Өфө дизайнерҙарының һәм «Ағиҙел» предприятиеһының заманса коллекциялары күрһәтеләсәк. Байрамдың махсус ҡунаҡтары - «Евразия ауазы» Бөтә Рәсәй музыкаль проекты еңеүселәре Наталья Дзыга (Удмуртия), «Саль» төркөмө (Карелия), Марат Татурас (Башҡортостан) һәм «Сокол» казак төркөмө (Мәскәү). (12+)
Фото: ufacity.