

Урыҫ, башҡорт, татар телдәре, Башҡортостан мәҙәниәте, музыка, тарих, рәсем уҡытыусылары, мәктәпкәсә йәштәге балалар баҡсалары тәрбиәселәре, өҫтәмә белем биреү педагогтары, синыф етәкселәре һәр милләттең үҙенә генә хас булған милли кейемдәре тураһында һөйләп, йөкмәткеле дәрестәр үткәрҙе. Шулай уҡ флешмобтар, төрлө саралар ойошторолдо. Әлбиттә, дәрестәр, саралар төрлө интернет ресурстарын ҡулланып үткәрелде. Балалар байрамдан бик күп файҙалы мәғлүмәт туплап, үҙ-ара ихлас аралашып, өйҙәренә шатланышып таралышты.
#МинМиллиКейемдәӘһин