

Был бәйләү техникаһы ныҡ популяр. Бөгөн ырғаҡ ярҙамында башҡарылған эштәрегеҙ менән маҡтанышып алыу яҙыҡ түгел.
XIX быуатта барлыҡҡа килеп, халыҡтың бөтә ҡатламдары араһында тарала ул: ярлылар ҙа, байҙар ҙа ырғаҡ ярҙамында бәйләү менән мауыға башлай. Айырма тик шунда: крәҫтиәндәр ағас тотҡалы ябай бөгөлгән энәләр ҡулланған, ә хәллерәктәр көмөш йәки фил һөйәгенән эшләнгән тотҡалы ырғаҡтарҙы һатып ала алған. Ептәр ҙә сифат йәһәтенән айырылып торған.
Халыҡ-ара ырғаҡ менән бәйләү көнөн билдәләү тураһында тәүге тапҡыр интернетта 2007 йылда бер блогер һүҙ ҡуҙғата. Ошо мәлдән алып меңәрләгән кеше был хоббиға арналған төрлө саралар ойоштора башлай. Һеҙ ҙә "Бәйләнештә" селтәрендә ижад емештәрегеҙ менән уртаҡлашығыҙ, дуҫтар.
Фото: yandex.ru.