

Иҫтәлекле көн айҡанлы Өфө ҡалаһы Совет районына ҡараған 251-се балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре сағыу мәлдәр төшөрөлгән фотолары менән бүлешә. Татыу коллективта эшләүе лә күңелле! Балалар иртән ашҡынып килә үҙҙәренең икенсе йортона (шулай тип атаһаҡ та яҙыҡ булмаҫ, көндөң күпселек өлөшөн төркөмдә үткәрәләр бит). Был баҡсаға йөрөүселәрҙең хәтерендә ҡыҙыҡлы дәрестәр, күңелле байрамдар, иҫтәлекле экскурсиялар ғүмерлеккә уйылып ҡала.
Балалар баҡсаһында эшләүсе барлыҡ хеҙмәткәрҙәрҙе ҡотлайбыҙ!