+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Был ниндәй көн икән?
5 Октябрь 2023, 04:08

Һөнәри байрамығыҙ менән, хөрмәтле уҡытыусылар!

Әлфир Заманов башҡарыуындағы "Уҡытыусыма" тигән йыр һеҙҙең өсөн.

Һөнәри байрамығыҙ менән, хөрмәтле уҡытыусылар!Һөнәри байрамығыҙ менән, хөрмәтле уҡытыусылар!
Һөнәри байрамығыҙ менән, хөрмәтле уҡытыусылар!

Мостай Кәрим һүҙҙәре, Айрат Ҡобағошев көйө.

Иҫемдә алтын һуҡмаҡҡа

Тәү аяҡ баҫҡан көнөм.

Тәү башлап мәктәп ишеген

Үрелеп асҡан көнөм.
 
Һин, уҡытыусым, шундай наҙлап
Ҡараның күҙҙәремә.
Һүнмәҫлеҡ ҙур дәрттәр һалдың
Бәләкәс йөрәгемә.
 
Һин һөйләнең бәхетемдең
Аҡлығы тураһында.
Тыуған илдәге халыҡтың
Шатлығы тураһында.
 
Һин, уҡытыусым, шундай наҙлап
Ҡараның күҙҙәремә.
Һүнмәҫлеҡ ҙур дәрттәр һалдың
Бәләкәс йөрәгемә.
 
Һин етәкләп мендең мине
Тауҙарҙың бейегенә.
Алып киттең далаларға,
Диңгеҙҙәр киңлегенә.
 
Һин, уҡытыусым, шундай наҙлап
Ҡараның күҙҙәремә.
Һүнмәҫлеҡ ҙур дәрттәр һалдың
Бәләкәс йөрәгемә.
 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас