

Беренсе донъя һәм граждандар һуғыштарында ҡатнашҡан, Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Уның исеме менән китапхана, Баймаҡ машиналар төҙөү заводы, колхоздар, тыуған ауылы, Өфө, Стәрлетамаҡ һәм башҡа ҡалаларҙа урамдар атала. Өфөлә һәйкәл һәм иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған. Журналистар өсөн Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика премияһы булдырылған.
Һүрәттә: Матбуғат йорто алдындағы һәйкәл. 1981 йылдың 4 декабрендә асылған. Авторҙары — скульпторҙар Тамара Нечаева, Борис Фузеев, архитектор Фәрит Рехмуков.